Биш йылда уларҙың һаны 70 процентҡа күбәйгән, тип хәбәр итәләр Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан. "Башҡортостан тауары" беҙҙең республикала етештерелгән сеймалдан әҙерләнә, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Бөгөн республикала 29 мең төр продукция ошондай тамға менән сығарыла.