749 кешегә фатир һәм йорт алыу мөмкинлеге була. Был турала Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итәләр. Бөгөн республикала 8 меңгә яҡын етем торлаҡ алыуға сиратта тора. Уҙған йылда ошо исемлектән 890 кеше фатирлы булды. Башҡортостанда етемдәр өсөн торлаҡҡа сиратта бөтөрөү буйынса программа ҡабул ителде.