Мәскәүҙә Башҡортостандың сауҙа көндәре уҙғарыла

Бында Рәсәй күргәҙмәһендә беҙҙең республика стенды булдырылған. Төрлө темаларға экспозиялар урынлаштырыла. 2 февралдән Башҡортостандың сауҙа мөмкинлектәре менән танышырға була, лекциялар уҡыла, уйындар ойошторола, аш-һыу фестивале, сәс ҡырҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаралған. Сауҙа көндәре 4 февралгә тиклем бара.