“Рәхимов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһына эштәр ҡабул итеү тамамлана

Сара Күмертау ҡалаһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында ойошторола. Конференцияла 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Мәктәп директоры Шайморат Тимербулатов әйтеүенсә, бер нисә йүнәлештә ғилми эштәр ебәрергә була.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         “Рәхимов уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы Башҡортостандың беренсе Президентының тыуған көнөндә, 7 февралдә үтә. Ғилми эштәр 1 февралгә тиклем ҡабул ителә.