Шуларҙың береһе Менделеев урамында “Газпром-балаларға” программаһы буйынса төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу үҙәге. Бөгөн обьектта төҙөлөш эштәре барышы менән таныштыҡ, тип хәбәр итә социаль селтәрҙәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров. “Обьект бер ҡыйыҡ аҫтында бассейн, боҙ аренаһы, ҙур тренажер һәм уйын залдары булыуы менән үҙенсәлекле. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә ала. Был районда ошондай спорт үҙәге бик кәрәк ине. Беҙ Башҡортостанда, ауырыуса балалар спортын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Юбилей спорт обьекттарынан тыш, дәүләт-шәхси партнерлыҡ буйынса бизнес ҡатнашлығында бер-нисә спорт залы төҙөлә. Республикала халыҡтың физкультура һәм спорт менән ҡыҙыҡһыныуы арта бара. Шунлыҡтан, республика һәм Өфө буйынса спорт инфраструктураһын нығытыуҙы дауам итәсәкбеҙ, тип яҙа Радий Хәбиров.