Бөгөн Өфөлә “Салауат Юлаев” кубогына янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу спортсы, 14 команда ҡатнаша. Республика данын Өфө радиоэлектроника һәм телекоммуникация хәүефһеҙлеге колледжы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының башҡа уҡыу йорттары вәкилдәре яҡлай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт