Баш ҡалала Ленинград блокадаһын өҙөүгә 80 йыл тулыу уңайынан интеллектуаль уйын ойошторолдо

Хәтер датаһы уңайынан «Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәмәғәт ярҙамы штабында интеллектуаль уйын ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы, фашист ҡамауы аҫтында ҡалған Ленинград, ундағы йәшәү шарттары, илдең төньяҡ баш ҡалаһын илбаҫарҙарҙан азат итеүгә арналған 30 һорауға яуап бирҙе. Интеллектуаль уйында 15-кә яҡын кеше ҡатнашты, бар һорауҙарға ла дөрөҫ яуап ҡайтарған ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.