Владимир Путин Андрей Мигуновҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе

Ил президенты Владимир Путин «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры, подполковник Андрей Мигуновҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙған.

Андрей Павлович Мигунов көслө, ҡыйыу кеше була, һуңғы һулышына тиклем үҙ бурысына тоғро ҡалды. Бер бәрелештән дә ситтә ҡалмай. Һуңғы алышында ла ул танк менән полк хәрбиҙәре яулаған сиктәрҙе ҡаплай, дошманға беҙҙең позицияларҙы баҫып алырға мөмкинлек бирмәй. Үҙ ғүмерен аямайса хәрби бурысын үтәне. Башҡортостандың батыр улына, ысын офицерға мәңгелек хәтер һәм мәңгелек дан! - тип яҙған республика етәксеһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Андрей Мигунов 2023 йылдың майында Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, үҙ теләге менән «Башҡортостан» полкы составында махсус хәрби операцияға юллана. Алыштарҙың береһендә офицер батырҙарса һәләк була. Андрей Павлович Ғафури районының Красноусол ауылында ерләнгән.