Өфөлә Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте

Енәйәтселекте асыҡлау йөҙ процентҡа еткән. Былтыр республикалағы оператив хәл тотороҡло булды, тине Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында. Полиция хеҙмәткәрҙәре 25 мең енәйәт эшен асыҡлаған. Шул иҫәптән 5 мең ярымы айырыуса ауыр һанала. Былтыр сәләмәтлеккә зыян килтереү, талау, урлау рецидив, иҫерек килеш ҡылынған енәйәтселек кәмегән.

Радий Хәбиров IT технологиялар, виртуаль киңлектәр һәм телефон аша мутлашыу осраҡтарының артыуына борсолоу белдерҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, беҙ үтә лә мәкерле һәм тәжрибәле енәйәтселәргә ҡаршы торабыҙ һәм улар беҙҙең илдә түгел. Мутлашыуҙар дошманлашҡан илдәрҙән идара ителә. Беҙ уларға ҡаршы эште әүҙемләштерергә тейешбеҙ. Бигерәк тә быйыл - мөһим сәйәси кампаниялар алдынан халыҡҡа уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу мөһим, тине Радий Хәбиров.