Өфөлә төбәктә хоҡуҡи тәртип тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышы үтте

Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡи тәртип тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышын үткәрҙе. Унда уҙған йылда республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тикшерелде. Былтыр милли проекттар сиктәрендә 47 төбәк проекты тормошҡа ашырылған. Уларҙың дөйөм финанс күләме 42 миллиард һумдан ашҡан, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Мәҫәлән, республикала 33 капиталь объект төҙөлөп бөткән. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ Рәсәй Президентын һайлау осоронда йәмәғәт именлеген тәьмин итеү сараларын ҡараны. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров сараларҙың тулы исемлеген күрһәтергә, ведомство-ара эш итеү тәртибен билдәләргә, шулай уҡ эштең һәр йүнәлеше буйынса яуаплы башҡарыусылар тәғәйенләргә тейешле протокол әҙерләргә ҡушты.