Иртәгә «Рәсәй» форум-күргәҙмәһендә Башҡортостан телевидениеһы көнө уҙа

Республика стенды бер көнгә БСТ төҫтәренә мансыла. Популяр алып барыусылар ҡунаҡтарҙы телеканал программалары менән таныштыра, ә теләгән һәр кем үҙен алып барыусы ролендә һынап ҡарай ала. Башҡортостандың төп каналында көн дауамында хәбәрселәр илдең баш ҡалаһынан тура бәйләнешкә сығасаҡ. Ойоштороусылар Мәскәү халҡын һәм ҡунаҡтарын ВДНХ-ға килергә һәм Башҡортостан стендын ҡарарға саҡыра. Төбәк стенды 75 павильонда урынлашҡан.