Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе. Баймаҡта «Йыл уҡытыусыһы - 2024» конкурсы башланды. Бәйгелә төбәктең 10 мәктәбенән 15 педагог ҡатнаша. Теманың дауамы киләһе репортажда.
Иҫке Сибай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - Азалия Ибраһимова “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнаша. 13 йыл эш стажы булған педагог бишенсе класта милли батырыбыҙ Салауат Юлаев ижадына арналған асыҡ дәрес күрһәтте. Уҡыу ваҡыты һөҙөмтәле ҡулланылды, балаларҙың әүҙем ҡатнашыуы ла дәрестең юғары кимәлдә үтеүенә булышлыҡ итте.
Баһалама ағзалары 4 этаптан торған һөнәри бәйгелә уҡытыусыларҙың балалар менән аралашыу, мәғлүмәтте еткерә белеү, телмәр мәҙәниәте һәм дәрескә ижади ҡарашын баһаланы. Конкурста үҙенсәлекле эш алымдары ҡулланыуҙа хупланды.
Бәйгелә төрлө предмет уҡытыусылары көс һынашты. Бындай конкурстарҙан башҡа педагогтарҙың эш тәжрибәһе менән танышып, яңы идеялар алып, илһамланып ҡайта. Еңеүселәр район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.