ӨФТУ менән Рәсәй банкының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Ул уҡытыу программаһына өҫтәмә дәрестәр индереү, банк өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү, иҡтисадҡа ҡағылышлы тикшеренеү-эҙләнеү эшен алып барыуҙы күҙ уңында тота. Хеҙмәттәшлек перспективалары киң һәм өмөтлө, тип билдәләнде осрашыу барышында. Килешеү сиктәрендә студенттар һанлы һум мөмкинлектәре менән танышасаҡ, профориентация һәм финанс грамоталыҡты күтәреү буйынса уҡытыу алып барыласаҡ.

Партнерыбыҙ менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итергә тырышасаҡбыҙ. Университет профилле белгестәр, юристар, иҡтисадылар, мәғлүмәт технологиялары белгестәре һәм башҡа йүнәлештәр буйынса хеҙмәткәрҙәр әҙерләй. Уларҙы уҡытыу һәм уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, ғилми-тикшеренеү эштәрен башҡарыу йәһәтенән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә ышанабыҙ.

Вадим Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры

Уҡыу йорто менән быға тиклем дә тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Өфө фән һәм технологиялар университеты статусын алғас та эшебеҙҙе дауам итергә әҙербеҙ. Быға тиклем белем биреү процесында әүҙем эшләнек, ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙе бергә үткәрҙек һәм халыҡтың финанс белемен күтәрҙек. Минеңсә, осрашыуҙа билдәләнгән форматтар һәм пландар төрлө мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә һәм үҫешергә мөмкинлек бирәсәк.

Марат Кашапов, Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе - милли банк идарасыһы