Был һорау Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ойошторолған «Заманса белем биреүҙең төп йүнәлештәре: яңы трендтар» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә ҡаралды.
Яңы уҡыу йылынан Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә индереләсәк 10 яңылыҡ тураһында иғлан иткәйне. 1 сентябрҙән барлыҡ белем биреү усаҡтары берҙәм федераль программаға ярышлы уҡый башланы. Шулай уҡ яңы фәндәр буйынса уҡытыу башланасаҡ.
Федераль законға ярашлы, «Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» курсына төҙәтмәләр индерелә, уға башланғыс хәрби әҙерлек элементтары индерелә. Яңыса «Тыуған илде яҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» тип аталасаҡ фән киләһе уҡыу йылынан алып уҡытыла башлаясаҡ. Уның менән бер рәттән федераль закон «хеҙмәт тәрбиәһе» төшөнсәһен теркәгән.
Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәргә ярашлы, уҡыусылар мәктәп мөлкәтенә һаҡсыл ҡарарға, таҙалыҡ һәм тәртип һаҡларға тейеш. Класта һәм ашханала дежурлыҡ, китапханала ярҙам итеү һәм белем усағын төҙөкләндереүҙә ҡатнашыу буйынса бурыстар ҡайтарыла. Түңәрәк өҫтәл ҡатнашыусыларына яңылыҡтарҙы ваҡытында ғәмәлгә ашыра башлау өсөн анализ үткәреү, мәктәптәрҙе һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу планына әҙерләү бурысы ҡуйылды.