Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Илшат Яхиндың иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте

Күңелдәрҙә ҡалды моңо... Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Илшат Яхиндың арабыҙҙан китеүенә ике йыл тула.

«Уфтанма» башҡорт ижадханаһында композитор иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе ойошторолдо. Әҙәби-музыкаль сарала Өфө театрҙары артистары менән берлектә музыканттар, йырсылар ҡатнашты. Танылған музыкант Илшат Яхин бик күп спектаклдәргә көйҙәр яҙған, байрамдар, концерттарҙы музыкаль яҡтан биҙәгән, йырҙар ижад иткән шәхес ине. Ул республика кимәлендәге сараларҙың аранжировкалаусыһы булараҡ та башҡорт музыка сәнғәтенә тос өлөш индерҙе.

Илшат Ғәббәс улы 1973 йылда Учалы районы Ҡотой ауылында тыуған. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатын, Өфө сәнғәт училищеһының музыка факультетын тамамлай. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының баян класында уҡый. Арабыҙҙан китеүенә ике йыл үтеп барһа ла уның хаҡында яҡты иҫтәлек йырҙарында, сағыу ижад өлгөләрендә һаҡлана.