«Кеше яҙмышы- Ватан ғорурлығы»номинацияһында еңеү яулаған Илнара Сафинаға Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй. Тормош иптәше махсус хәрби операцияға юлланғас, депутаттар уны яуалы вазифаға тәҡдим иткән. Иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алған Илнара Сафинаға юғары награданы ил Президенты Владимир Путин «Кесе Ватан-Рәсәй ғорурлығы» форумы барышында тапшырҙы. Халыҡ мәнфәғәте, ил берҙәмлеге өсөн хеҙмәт итеүсе менән БЮТ ижади төркөмө лә осоашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Илнара Урал ҡыҙы һәр саҡ уяу, һиҙгер йәнле, ил өсөн ҡайғырып, халыҡ тураһында хәстәрлек күреп йәшәй торған кеше. Вәкәләтендә 4 ауыл, 1403 кеше уға күҙ терәп тора. Илнара Сафинаның булмышына ҡыйыулыҡ, тел маһирлығы, рух, халыҡ тойғоһо, дәрт-сәм хас.
Башҡараһы эштәр хаҡында телефондан аралашыуы ипле, итәғәтле уның. Мөләйем ханымдың тағы ла бер күркәм сифаты - сабырлыҡ. Тырышлығын ил күләмендә танынылар. Тик уға бер ваҡытта ла бөйөклөк сире йоҡмаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырған награданы тыйнаҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары менән ҡулына ала.
Ете йыл буйы Миәшәгәр ауыл биләмәһен етәкләгән тормош иптәше үҙ теләге менән мобилизацияланып махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғас ауыл советы өсөн яуаплылыҡ уның иңдәрендә.
Ауыр һәм яуаплы эшендә олоһо-кесеһенә изге теләктә булыуы, һәр кешенең күңелен күтәреп, изге теләктә булыуы ярҙам итә. Ә сетерекле хәлдәрҙә йыш ҡына тормош иптәше менән кәңәшләшә.
Миәшәгәр ауылы биләмәһе башлығы Илнара Урал ҡыҙы хаҡында халыҡ: «Ҡулдарында ут уйната, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната алырҙай булдыҡлы кеше» тигән фекерҙә.
Миәшәгәр ауыл биләмәһе 2020 йылда «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булып таныла. 18 миллион һум аҡсалата приз тулыһынса ауыл биләмәһендә социаль объекттар төҙөүгә тотонола. Яҡташтары көнитмешен юғары баҫҡысҡа күтәреүҙән тыш, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға гуманитар ярҙам ойоштороу ҙа көнүҙәк мәсьәләлә һанала. Окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек, йылы ойоҡбаштар, гигиена кәрәк-яраҡтары тиҙҙән гуманитар ылау менән Донбасҡа оҙатыласаҡ. Илнара Урал ҡыҙы ҡуйған бурыстар халыҡ көсө менән әүҙем һәм берҙәм тормошҡа ашырыла.
Илнара Урал ҡыҙы эшендә ауылдаштары Лариса менән Рәлиф Хөснөтдиновтарға ла таяна. Кәрәк саҡта төплө кәңәш биреүселәр ҙә, ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа улар. Рәлиф Нил улы 2015 йылдан алып Донбассҡа 20 тапҡыр гуманитар ылау менән ярҙам иткән. Яңы йыл алдынан Петровское мәктәбенә уҡыу кәрәк-яраҡтары алып барған. Хөснөтдиновтарҙың улдары Илнур махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк була. Әммә сабырлыҡ, илебеҙ дошмандарын тиҙерәк еңеү теләге ата-әсәне көслө итә, был донъяны яманлыҡтан яҡлау өсөн йәшәтә.
Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Илнара Сафинаның мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булыу теләге тормошҡа ашмай. Ике бала әсәһенә бөтөнләй икенсе һуҡмаҡ аша үтергә тура килә. Әммә ул ауырлыҡҡҡа бирешмәй, ил күргәнде халҡы һәм балалары менән бергә кисерә.
Илнара Сафина 2022 йылдың 12-се июленән хәләле Рөстәм Фәнил улының эшен дайыҡлы дауам итә. Эшлекле, уңған ханым халыҡтың тормошон еңеләйтеү өсөн ҙур көс һәм тырышлыҡ һала, яңы проекттар өҫтөндә эшләй, иң мөһиме- Еңеүҙе яҡынайтыуға яҡташтарын да күпләп йәлеп итә.
Гүзәл Борханова