Бөр төркөм яугирҙар ике аҙна отпускта булып махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөр төркөм яугирҙар ике аҙна отпускта булып махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Кемдәрҙеңдер ваҡыты етеп ялға ҡайтһа, берәүҙәр ғаилә хәле үҙгәреү сәбәпле. «Малой» ҡушаматлы яугирға отпуск үтә лә һөйөнөслө ваҡиға - улы тыуыу хөрмәтенә бирелгән. Хәҙер минең йәшәр , иҫән ҡайтырға тырышыу өсөн кескәй кешем бар, ти ул.

Хәрбиҙәр өсөн ике аҙналыҡ ҡына ял да тотош бер ғүмер шикелле. Улар өйҙә булғанда ла яуҙаштарын онотмай. Автобустарға алғы һыҙыҡтағылар өсөн тыуған яҡтан күстәнәстәр ҙә тейәлә.

Өфө-Арена боҙ һарайына яугирҙарҙы оҙатырға туғандары, рәсми вәкилдәр йыйылды. Әммә улар һаубуллашыу өсөн генә килмәй. Республика етәкселеге һәр яугирҙың хәлен һораша, проблемалары бар икән шундуҡ хәл итеү бурысы ҡуйыла.

Һалдаттар махсус хәрби операцияһы биләмәһенә Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса ойошторолған транспорт менән бара. Автобустар мобилизацияланғандарҙы хеҙмәт итеү урындарына тиклем алып барып етәсәк.

Айнур Кәбиров