Башҡортостан Милли музейында ағас һындар күргәҙмәһе эшләй башланы

Скульптуралар авторы - Бөрө ҡалаһынан рәссам Сергей Павлов. Ат, айыу һәм башҡа йәнлек һындарын, үҙенсәлекле сәғәт, әкиәт геройҙары образдарын скульптор йүкә, йыла, ҡыҙыл ағастан һырлап яһаған. Күргәҙмәлә оҫтаның ижад емештәре генә түгел, эш ҡоралдары менән дә танышырға мөмкин. Йәмғеһе экспозицияла 80 ағас һын урын алған.

Бынан тыш, Милли музейҙа «Өфө һәм Өфө халҡы» тигән фотокүргәҙмә асылды. Үткән быуат башында төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙә яңы төҙөлгән биналар, билдәле ғаиләләр сағылыш тапҡан. Әйтәйек, Йәнтүриндар әле Милли музей бинаһы урынлашҡан биләмә хужалары булған. Архив материал Башҡортостанға Санкт-Петербургтан ебәрелгән. Бынан тыш, күргәҙмә сиктәрендә Беренсе донъя һуғышы йылдарында сығарылған открыткалар менән танышырға була. 30-ҙан ашыу открытка ҡасандыр Федор Достоевскийҙың ҡыҙының шәхси архивында һаҡланған. Күргәҙмә март аҙағына тиклем эшләй.