Алтын табыуға лицензия бирелгәндә урындағы халыҡ мәнфғәттәре иҫәпкә алынырға тейеш. Был турала Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышында билдәләне. Яуаплы органдар, прокуратура, эске эштәр министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығындағы кәңәшмә Учалыла ойошторолдо. Тап был районда алтын табыуға 47 федераль лицензия бирелгән. Төбәк етәксеһе республикала дөрөҫ рекультивация алып барыу буйынса бер генә ыңғай миҫал булмауын да билдәләп үтте. Ултырышта күтәрелгән киҫкен мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина
Учалы районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Кесе Ҡаран алтын ятҡылығында булды. Урындағы компания 300 гектар майҙандағы участканы ҡуртымға алып эшләй. 2038 йылға тиклем иҫәпләнгән лицензия буйынса алтын табыу проектын тормошҡа ашыра. Әле бында 60-ҡа яҡын кеше эш урыны менән тәьмин ителгән, уларҙың 90 проценты урындағы халыҡ. Биләмәлә алтын мәғдәнен эшкәртеү буйынса байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлөшө планлаштырылған, проект буйынса хеҙмәткәрҙәр һаны 150-гә артасаҡ.
Эргәләге Вознесенка һәм Поляковка ауылдарында йәшәүселәр төбәк етәксеһе менән осрашыуҙа компанияға ҡарата дәғүәләре булмауын белдерҙе, намыҫлы эшләй, тейешле рөхсәт ҡағыҙҙары бар. Иң мөһиме - социаль яуаплы. Предприятие етәкселеге һөт эшкәртеү цехын төҙөргә планлаштыра
Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров «Етенсе цех» компанияһына ҡараған карьерҙы ла ҡараны. Силәбе өлкәһендә теркәлгән предприятие “Көнсығыш Абҙаҡ” участкаһында алтын сығара. Эшмәкәрлегендә бер нисә етешһеҙлек тә табылған, уларҙы юҡ итеү буйынса талаптар белдерелгән. Радий Хәбиров осрашыу барышында республиканың ер аҫты байлыҡтары менән намыҫлы файҙаланыусылар менән генә конструктив бәйләнешкә инергә һәм ярҙам итергә әҙер булыуын билдәләне
Республикала ҡаты ҡаҙылма байлыҡтар булған федераль кимәлдәге 150 участка иҫәпләнә, ер аҫты байлыҡтарын табыуға бирелгән лицензияларың яҡынса яртыһы алтын табыуға бирелгән. Күп өлөшө - 47 лицензия Учалы районына тура килә. Бөгөн был муниципалитетта Радий Хәбиров рәйеслегендә ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм ошо өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса күсмә ултырыш үтте. 2021 йылда булдырылған ведомство-ара комиссия муниципаль, төбәк, федераль кимәлдәге структураларҙың эшен коорднацияларға ярҙам итә.
Төбәк етәксеһе закондан ситләшкән, етешһеҙлектәр менән эшләгән компанияларға ҡарата контролде көсәйтергә ҡушты. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле штраф күләме ни бары 226 мең һум тәшкил иткән, был сумма алтын табыусы компланияларҙың килеме менән сағыштырырлыҡ түгел. Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусыларға рекультивация мәсьәләһенә ҡарашын үҙгәртергә ваҡыт. Ҡаҙылған участкаларҙы запастар бөткәс түгел, ә этаптарға бүлеп тәртипкә килтереү - көнүҙәк мәсьәлә.
Ер аҫты байлыҡтарына бәйле күтәрелгән киҫкен мәсьәләр федераль ҡануниәт яғынан да яҡлау табырға тейеш. Депутаттар был һорау менән яҡшы таныш.
Республика етәкселеге ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тәртип булдырыуҙа һөҙөмтәле эш алып бара. Вәхшиҙәрсә эшмәкәрлек алып барған тиҫтәнән ашыу компания лицензияһыҙ ҡалды. Бер нисә енәйәт эше лә ҡуҙғатылды, республикаға килгән һалымдарҙың артыуы күҙәтелә. Өҫтәңенә, 2030 йылға тиклем һибелмә ысул менән алтын табыуға лицензия алыуға мораторий индерелде. Иң мөһиме ведомстволар араһында бәйләнеш булдырылып, алтын табылған участка эргәһендә йәшәүсе ауыл халҡы яҡлау тапты.
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға ҡарата контроль көсәйтелә, яуаплы органдарға хокук боҙоуҙарҙы ваҡытында иҫкәртеүҙә яңы бурыстар ҡуйылды. Радий Хәбиров был йүнәлеш буйынса тәүге Эш һөҙөмтәләрен майҙа үтәсәк сираттағы ведомство ара комиссия ултырышында баһалаясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина