Радий Хәбиров Учалы районынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән «Портной» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһе менән дә осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе Донбасҡа эш сәфәрҙәре барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға мөмкинлек булғанда ғаиләләреһәм туғандарын күрергә вәғәҙә биргәйне.
Сираттағы осрашыу барышында Хәрбиҙең әсәһе, ҡустылары һәм һеңлеһенә хәрбиҙән сәләм еткерелде. Билдәле булыуынса, былтыр ул Рәсәй Геройы Миңлеғәле шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Радий Хәбиров ғаиләне борсоған мәсьәләләрҙе белешеп, алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаиләләренә республика һәр ваҡыт терәк булыуын билдәләне.