Борай районында Башҡортостандың ветеринария буйынса Төбәк-ара команда-штаб уҡыуҙары үтте

Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған. Борай районында Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарының Төбәк-ара команда-штаб уҡыуҙары үтте. Уның барышында мал һәм ҡош-ҡорттарҙы хәүефле ауырыуҙарҙан аралау һәм юҡ итеү алымдары ҡаралды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Легенда буйынса, Дүсмәт ауылында ике эре мөгөҙлө мал бешмәгә оҡшаған ауырыу менән сирләгән. Бының турала урында йәшәүселәрҙең береһе Дәүләт ветеринар хеҙмәтенең «ҡыҙыу линияһына» шылтыратып хәбәр итә. Шунда уҡ осраҡ урынына белгестәр юллана.

Хайуандарҙы клиник тикшергәндән һуң, ауырыуҙың үтеп инеү һәм таралыу юлдары асыҡлана. Шулай уҡ диагноз ҡуйыу өсөн анализ өлгөләре алына. Улар шунда уҡ күсмә ветеринар-диагностика лабороторияһында тикшерелә.

Осраҡ шартлы булһа ла, уҡыуҙар ысынбарлыҡҡа тап килеп ойошторола. Сөнки ауырыу бер ҡасан да һорап килмәй. Мәҫәлән, былтыр йәй Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында юғары патогенлы ҡош киҙеүе сығанағы асыҡланғайны. Бер нисә ауыл һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре хәүефле зонала булды. Уның эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында миллиондарса йомортҡа һәм ҡош юҡ ителде. Карантин сиселде. Әлеге ваҡытта республикала эпизоологик хәл тотороҡло, әммә көсөргәнешле һанала, айырым райондарҙа ҡотороу осраҡтары теркәлә.

Әлеге ваҡытта республикала 800 меңдән артыҡ эре мөгөҙлө мал, 500 меңдән ашыу һарыҡ, 100 мең тирәһе йылҡы аҫрала. Меңгә яҡын фермер һәм тоҡомсолоҡ хужалыҡтары иҫәпләнә. Эпизоологик хәлде контролдә тотоу өсөн барлыҡ хеҙмәттәрҙең әҙер булыу шарт. Борай районыныда ойошторолған Төбәк-ара команда-штаб уҡыуҙары барышында көстәрҙең һәм техниканың әҙерлеге тикшерелде. Сарала 23 район һәм күрше төбәк вәкилдәре ҡатнашты.

Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау мәсьәләһе буйынса ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссияһының ултырышы ла үтте. Унда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен кәметеү һорауҙары ҡаралды. Мәғлүм булыуынса, мал һәм ҡош-ҡортҡа янаған 75 ауырыу иҫәпләнә, шуларҙың 10-һы айырыуса хәүефле һанала.

Әлфинә Килдейәрова