Сәләмәт тормош юлында. Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә төбәк-ара спорт байрамы уҙҙы. Саңғы юлына республиканың 4 районы һәм Пермь крайынан килгән спортсылар сыҡты. Төлгөҙбаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Былтыр район кимәлендә беренсе урын яулаһалар, быйыл иһә республика кимәлендә иң айыҡ ауыл исеменә лайыҡ булып, еңгән аҡсаны ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтмәксе. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина.
Саңғы ярышындағы хис-тойғолар һәм көнәркәшлек рухы Олимпия уйындарынан ҡалышмай тиерлек. Һәр береһе үҙ яҡташының финиш һыҙығына беренсе килеүен теләй. Саңғы юлына Асҡындарҙан башҡа, Яңауыл, Тәтешле һәм башҡа райондарҙан спортсылар баҫҡан. Төбәктә сәләмәт тормош ҡиммәттәре бәләкәйҙән тәрбиәләнә: бында хатта мәктәпкәсә йәшкә тиклемге кескәйҙәр ҙә саңғыла елдерә.
Ҙур булмаған Төлгөҙбаш ауылында берҙәм һәм йүнсел халыҡ йәшәй. 6 эшҡыуар тырышып эшләй, халыҡ мал ҡарау, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә. Иң мөһиме, уларҙы сәләмәт тормошта йәшәү теләге берләштерә. Былтыр ауылдаштар «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында беренсе урын алып, 100 мең һумлыҡ субсидия отҡан.
Төлгөҙбаш халҡы һәр яҡлап та ауыл йөҙөн төҙөкләндереү маҡсаты менән яна. Шул сәбәпле, уларҙың «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһына ҡушылыуҙары ла осраҡлы түгел. Ә «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп сыҡҡан осраҡта, субсидия аҡсаһына улар ауылдағы мәҙәниәт йортон ремонтларға ниәтләй. Һәр башланғыста ауыл халҡына Пермь крайы башҡорттары рәйесе ярҙам күрһәтә. Рәсүл Мөхәмәтйәнов сығышы менән үҙе ошо ауылдан.
«Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 5-се йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Бәйге һөҙөмтәһендә ауылдар берләшә, мәҙәни һәм спорт саралары арта, кибеттәр иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙан баш тарта, объекттар төҙөкләндерелә. Төлгөҙбаштар ҙа быйыл маҡсатына ирешеренә ышана.
Рәзилә Ғиниәтуллина,