Иглин районы Охлебинин ауылында табип амбулаторияһы асылды

Иглин районы Охлебинин ауылында «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса төҙөлгән табип амбулаторияһы асылды. Сарала һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты. Ул шулай уҡ Иглиндә ашығыс ярҙам хеҙмәте подстанцияһы төҙөлөшө менән дә танышты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Охлебининда табип амбулаторияһы асылыуын урындағы халыҡ көтөп алған. Заманса яңы бинала 14 ауылдан 2887 кешегә сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, «Сәләмәтлек» милли проектын тормошҡа ашырыу быйыл да дауам итәсәк. Республикала тағы ла 54 модулле фап, 5 табип амбулаторияһы асылыуы көтөлә.

Яңы амбулаторияла пациенттарҙы ишек алдынан шәфҡәт туташы ҡаршылай. Ул һәр кемдең температураһын үлсәп, журналға теркәй.

Терапевт Эльвира Сафина ике йыл элек Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған. Юғары белемле табип тыуған районына эшкә ҡайта. Башта иҫке бинала, уңайһыҙ шарттарҙа эшләһә, бынан ары пациенттарҙы йылы һәм яҡты бинала ҡабул итәсәк.

Яңы амбулатрия асылыуын йәш балаһы булған ата-әсәләр ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп алған.

Амбулаторияла балалар табибы ҡарамағында 330 бала иҫәптә тора. Балалар табибы, терапевт кабинеттарынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын күҙәтеү өсөн акушер, шулай уҡ теш табибы эшләйәсәк.

Охлебинин ауылында асылған медицина объекты яңы стандарттарға һәм санитар нормаларға тулыһынса яуап бирә. Бында халыҡ диспансеризация, вакцинация үтә һәм башҡа дауалау процедуралары алыу мөмкинлегенә эйә. Башҡортостан Башлығы ауылда медицинаны үҫтереүгә етди иғтибар бүлә. Ошо йүнәлештә ҙур эш алып барабыҙ һәм ауыл халҡын сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү кимәлен яҡшыртырға тырышабыҙ.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Иглин районында быйыл ашығыс ярҙам хеҙмәтенең яңы подстанцияһы ла файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Өфөнөң ут күршеһендә урынлашҡан район йылдам үҫешә. Шуға күрә бында ашығыс ярҙам хеҙмәтен киңәйтеү-көн талабы булған. Әлеге ваҡытта төп корпустың терәүҙәре ҡоролған. тиҙҙән инженер селтәрҙәре һуҙыласаҡ.

Был подстанция Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлә. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте йылына 35 меңдән ашыу саҡырыу ҡабул итәсәк тип күҙаллана. Медицина хеҙмәткәрҙәренә эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.

Ашығыс ярҙам хеҙмәте бинаһында пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн амбулатория буласаҡ, диспетчер пункты эшләйәсәк. Яңы ашығыс ярҙам подстанцияһы Иглин районында фелдьшер бригадаларын көтөү ваҡытын кәметәсәк, халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү күләмен һәм сифатын арттырырға булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова,