Тантаналы сара Өфөнөң Колонна залында оойшторолдо. Сараға оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән, ишле бала тәрбиәләгән, ил, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулаған өлгөлө парҙар саҡырылды. Байрам ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Лира Иғтисамова, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне, «Герой-әсә», «Ата-әсә даны» наградаларын тапшырҙы. Республикабыҙ ғорурлығы булған дан ғаиләләр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Ғаилә йылына арналған сараны шәм тотҡан Мәхмүтовтар ғаиләһе асыуы осраҡлы түгел. Ғаилә-усаҡ һымаҡ, һөйөү, хәстәр, иғтибар уты өҫтәп торғанда уның ҡуҙы һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. Ә усаҡтың йылыһында балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡойона. Өфө районы Шамонин ауылынан Лилиә менән Илнур Мәхмүтовтар ғаиләһе быуындан-быуынға күсеп килгән мәңгелек ҡиммәтттәрҙе һаҡлап йәшәй. Йәш ғаилә һәр башланғыста ла ата-әсәләренә таяна. Үткән аҙнала улар күмәкләп Мәскәүгә Ғаилә йылына арналған форумға барып ҡайтҡан. Лилиә менән Илнур бөгөнгө тантанаға ла ата-әсәләре - Әбйәлил районынан Әлфирә һәм Әхтәм Мортазиндар, Күгәрсендән Сәғүрә һәм Зөфәр Мәхмүтовтар менән килгән. Оло, татыу, берҙәм күс һымаҡ.
Башҡортостанда ғаилә йылына арналған сара түңәрәк өҫтәл артында йылы осрашыу менән башланды. Һеҙ -Республикабыҙҙың ғорурлығы, даны, барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тораһығыҙ, тине Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Тантанала 10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 5 гүзәл затҡа Герой-әсә исеме тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Ҡырмыҫҡалы районынан Рауза Сафина ла бар, ул тормош иптәше Илдар менән 12 бала тәрбиәләй. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, ишле ғаиләнән ҡурҡырға ярамай, ти Рауза Ғәбдрәүеф ҡыҙы.
Ғаилә йылын Башҡортостандың 6 ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» миҙалы менән ҡаршы ала. Юғары дәүләт наградаһы етем баланы тәрбиәгә алған ишле ғаиләләргә бирелә. Ҡырмыҫҡалы районынан Хәмитовтар фермер хужалығы. Ҙур, татыу,эшһөйәр ғаилә эштә лә, ижадта ла, спортта ла бергә.
Тантанаға саҡырылған һәр ғаилә хаҡында айырым һөйләргә мөмкин. Һәр береһе бәхетле яҙмышты үҙенсә үргән. Әммә уларҙың бөтәһен дә бәйлгән уртаҡ сифаттр ҙа бар. Был ғаиләләрҙәге мөнәсәбәттәр һөйөүгә, ихтирамға, хөрмәткә ҡоролған. Хәйбулла районынан Йәнбикә һәм Мәһәҙи Ярҡынбаевтар республика конкурсы еңеүсеһе, Йәнбикә Закир ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарса хисле, ә Мәһәҙи Рәсүл улы әҙ һүҙле. Әммә уларҙың хис-тойғолары күҙҙәренән йылдар аша ла һирпелә.
Әлбиттә, конкурс-наградалар төп маҡсат түгел. Әммә тап ошо иғтибар ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, күркәм, өлгөлө ғаиләләрҙе танытырға ярҙам итә. Ә тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә иңгә-иң терәшеп, бирешмәй, һынмай тигеҙ үткән ғаиләләр яңы ҡауышҡан йәш парҙар өсөн дә маяҡ булып тора.
Заманалар, быуындар үҙгәрһә лә ғаилә ҡиммәттәре шул килеш ҡала. Көсле ғаилә дәүләттең нигеҙе. Илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары ла тап ғаиләлә һалына, оло даръялар инештәрҙән башланған һымаҡ илдең социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары ла һәр ғаиләнең кескәй уңыштарынан туплана.
Рәмзиә Кәримова