Башҡортостан Милли музейында бөтә донъяға танылған офтальмолог, медицина фәндәре докторы, профессор Марат Аҙнабаевтың 85 йәшенә арналған күргәҙмә асылды.
Марат Тәлғәт улы 1939 йылдың 1 февралендә Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыған сағында уҡ фәнгә һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Марат Аҙнабаев 650-нән ашыу ғилми хеҙмәт, 147 патент, шул иҫәптән сит илдә лә офтальмологтарға яҡшы билдәле булған 17 монография һәм китап авторы. Ғалим етәкселегендә 7 фән докторы, 50-нән ашыу фән кандидаты тәрбиәләнгән.
Юбилей күргәҙмәһен асыу тантанаһында Марат Аҙнабаевты коллегалары, уҡыусылары гөлләмәләргә күмде, йөрәк түренән сыҡҡан ихлас теләктәрен еткерҙе. Билдәле күҙ табибы һәм ғалим яңы тыуған сабыйҙарҙа, бәләкәй балаларҙа тыумыштан булған сирҙәрен һәм травма алғандан һуң комплекслы дауалау ысулдарын системаға һала. Илдә тәүгеләрҙән булып яңы тыуған сабыйға микроскоп аша ҡара ҡылау сиренә ике күҙенә лә уңышлы операция үткәрә.
Марат Тәлғәт улы тәҡдиме һәм тырышлығы ярҙамында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Яңауыл, Сибай, Күмертау, Учалы, Туймазы ҡалаларында, Малаяҙ ауылында район-ара офтальмология үҙәктәре асыла. Бөтә донъяға билдәле табип ғүмерен кешеләргә ярҙам итеүгә арнай, донъяны күреү һәләтен ҡайтарырға ярҙам итә. Күргәҙмәлә авторҙың китаптары, шәхси әйберҙәре, хеҙмәт ҡоралдары менән танышырға мөмкин. Марат Тәлғәт улының фәнни эшмәкәрлегенә, биографияһына арналған күргәҙмә Башҡортостан Милли музейында 3 мартҡа тиклем эшләй.