Зөһрә Рәхмәтуллина "Заманса үҙәк уңышҡа ирешергә ярҙам итер"

Башҡортостанда вуз-ара студент кампусы ҡыҙҙар һәм егеттәргә яңы мөмкинлектәр аса. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фәлсәфә фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина шундай фекерҙә. Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студент ҡаласығының беренсе сираты – IQ-парк файҙаланыуға тапшырылды. “Заманса үҙәктә уҡыу, фән менән шөғөлләнеү һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар уңышҡа ирешергә ярҙам итер”, - ти Зөһрә Рәхмәтуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн студент ҡаласығының икенсе сираты төҙөлә. Ул ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Кампусты 2025 йылда тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.