Республиканан Ҡаҙағстанға 3 тонна ҡымыҙ оҙатылған

Продукцияны Баймаҡ районындағы һөт заводы ебәргән. Предприятие экспортлаусы статусына эйә. Унда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә “Хәләл” сертификаты бирелгән. Яңыраҡ Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанда булды. Күрше дәүләт менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса 100-ҙән ашыу  килешеү төҙөлгән.