Тағы дүрт ауыл юғары тиҙлекле интернет һәм мобиль элемтәгә тоташтырылды

Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бишбүләк районы Сухоречка ауылы, Баймаҡ районы Ҡуянтау, Күгәрсен районы Күгәрсен һәм Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылдарында телекоммуникация ҡоролмалары ҡуйылды. Хәҙер халыҡ 4G юғары тиҙлекле мобиль интернет менән ҡуллана ала. Быйыл 50-гә яҡын бәләкәй ауылда мобиль элемтә станцияһы урынлаштырыла.