Башҡортостанда “Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһы раҫланды

Республика Хөкүмәте ҡабул иткән документ интернетта рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған. Программала мәҙәни сараларға халыҡты күберәк йәлеп итеү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр нигеҙендә илһөйәр кешеләр тәрбиәләү бурысы ҡуйыла. Ҡала һәм райондарға модулле мәҙәниәт йорттары төҙөү, китапханалар һәм виртуаль концерт залдары асыу өсөн конкурс шарттарында субсидиялар бирелә.