Быйыл Өфөлә милли проект буйынса 11 юл ремонтлана

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рихард Зорге, Благовар, Магистраль, Өфө йылғаһы буйы урамдары, шулай уҡ Өфө – Дим һәм Өфө – Затон автомобиль трассалары төҙөкләндерелә. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы 29 километр оҙонлоҡта асфальт һалына. Бынан тыш, быйыл халыҡ үтенесе буйынса Шаҡша, Нуғай ҡасабаларында урамдар, Федоровка – Йылҡыбай автомобиль юлы тәртипкә килтерелә.