- Бөгөн беҙҙең эш һөҙөмтәһен күрһәтер өсөн йыйылдыҡ. Был ҙур проект. Федераль аҡса йәлеп итеп төҙөлөш алып барыу хоҡуғы өсөн конкурста ҡатнаштыҡ. Президент ҡушыуы буйынса илдә 25 кампус төҙөлә. Беҙҙең кампус - һәр яҡлап иң яҡшыһы, - тине Радий Хәбиров. Кампустың икенсе өлөшөндә 103 мең квадрат метр төҙөлә, 4 мең 300 студент өсөн урын була.