Иғтибар үҙәгендә сабыйҙар сәләмәтлеге. Бөгөн Республика перинаталь үҙәгендә уҙған кәңәшмә ошо темаға арналды. Сарала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгения Котова ҡатнашты.
Кәңәшмәгә Рәсәй субъекттарының һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары етәкселәре, Волга буйы федераль округы буйынса штаттан тыш белгес-неонатологтар саҡырылған. Һүҙ сабыйҙарҙың сәләмәтлеге, үлем осраҡтарын кәметеү тураһында бара. Был күп ҡырлы эшмәкәрлекте үҙ эсенә алған оҙайлы процесс.
Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы ваҡытында иҫәпкә ҡуйыу, әсә ҡарынында уҡ хәүефле сирҙәрҙе асыҡлау, сабыйҙарҙың сәләмәтлек торошон күҙәтеү, профилактика һәм ваҡытында дауалау. Мәҫәлән, Башҡортостанда 2023 йылда киңәйтелгән генетика скринингы индерелеүе яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың 99 проценттан ашыуын тикшерергә булышлыҡ иткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса 1 мең 500 сабый хәүефле төркөмгә индерелгән, ә 20 балала нәҫелдән килгән ауырыуҙар асыҡланған. Эксперттар фекеренсә, Башҡортостандың был йүнәлештәге эш тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ, республикала сабыйҙар сәләмәтлегенә ныҡлы иғтибар бирелә.