Баймаҡ үҙәк биләмә-ара китапханаһында Ирек Бикмәтовтың юбилей кисәһе үтте

Төбәк тарихын яҙыусы. Баймаҡ үҙәк биләмә-ара китапханаһында Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид һәм Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ирек Бикмәтовтың юбилей кисәһе үтте. Тулыраҡ киәлһе яҙмала.

Хеҙмәт юлын зоотехник булып башлаған Ирек Бикмәтов, алдынғы ҡарашлы ауыл хужалығы белгесе булараҡ үҙен район, республика кимәлендә таныта. Етәкселек һәләттәрен баһалап уны Сибай һөт консерва комбинаты етәксеһе, колхоз рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡайҙа ғына эшләһә лә ул етәкләгән хужалыҡтар ҡырсылыҡ, малсылыҡ буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шулай уҡ Башҡорт Дәүләт университетының Сибай институты филиалында студенттарға белем бирә, уҡыу йортоноң агробиостанцияһын етәкләй.

Ирек Бикмәтов 5 йыл район гәзитендә ауыл хужалығы тармағын яҡтыртыусы хәбәрсе булып та эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас уға был һөнәре район аграрийҙары хаҡында китап сығарыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ бик күп ауылдар тарихы һәм унда йәшәүсе кешеләре хаҡында китаптары баҫыла.

75 йәшен билдәләүсе юбиляр әле булһа эҙләнеүҙәр, кәрәкле мәғлүмәттәр йыйыу өҫтөндә. Район халҡы, хеҙмәт алдыңғылары хаҡында үткәнде һәм бөгөнгөнө бәйләп, киләсәккә тапшырыу өсөн ул ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй.