«Белемле. ру» белешмә-мәғлүмәт порталы башҡорт теленең орфографияһын белеүгә йүнәлтелгән. Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған сара уҡыусылар, педагогтар өсөн дә кәрәкле сығанаҡ булып тора. Проект Институттың үткән йылдағы фәнни ҡаҙаныштарының береһе. Ойошма Рәсәй Ғилми фондынан 4 грант йәлеп итеүгә ирешкән, уларҙың береһенең генә күләме 18 миллион һум тәшкил итә. Был турала бөгөн фәнни йәмәғәт вәкилдәренең журналистар менән осрашыуында Тарих, тел һәм әҙәбиәт Институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина бәйән итте.
Гуманитар тикшеренеүҙәрҙән башҡа, семинар барышында нефтехимия, генетика, медицина йүнәлештәрендә фәнни ҡаҙаныштар тураһында хәбәр ителде. Әйтәйек, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәре аккумулятор батареяһының яңы тибы өҫтөндә эшләй. Полимерҙар булдырыу, ауыл хужалығы культураларын ҡоротҡостарҙан һаҡлау, яман шеште иртә стадияларҙа билдәләү һәм башҡалар - фәнни эҙләнеүҙәр менән Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең 14 академия бүлеге шөғөлләнә.