Салауат районында «Сәләмәтлек» милли проекты йылдам тормошҡа ашырыла

Быйыл районда 7 заманса модулле фап асыу күҙаллана. Тимәк, яңы шарттарҙа халыҡ йәшәгән урынында диспансер тикшереүе үтә, һаулыҡ торошон күҙәтә ала. Бындай мөмкинлектән Салауат районы Мәсетле ауылында йәшәүселәр ҙә ҡуллана. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Салауат районында йәмғеһе 36 фап эшләй. Былтыр Урмансы, Комсомол ауылдарында яңы модулле биналар ҡоролған. 2024 -се йылда заманса 7 медицина учреждееһын асыу күҙаллана.Салауат районы Мәсетле ауылында «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункты бынан 2 йыл элек асылған. Медицина учреждениеһында көнөнә 25 пациент ҡабул ителә.

Халыҡ һаулығы һағында юғары категориялы тәжрибәое фельдшер Гөлнара Ғәлимова тора.

Заманса модулле фап кабинеттарында пациенттарға электр кардиограммаһы үткәрелә, күҙ алмаһы торошо тикшерелә. Бөтә мәғлүмәт компьютерға теркәлә, электрон юллама аша тар белгестәргә күренеү мөмкинлеге лә бар. Яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған фельдшер акушерлыҡ пунктында даими дауаланыусылар һаулыҡ торошобоҙ күпкә яҡшырҙы тигән фекерҙә.

Район үҙәгенән 20 саҡрым алыҫлыҡта йәшәүсе Мәсетле ауылы кешеләре диспансер тикшеренеүҙәрен дә үҙҙәренең тыуған ауылында үтеү мөмкинлегенә ҡыуана.

Мәесетле ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы стандарттарға һәм санитар нормаларға тулыһынса яуап бирә. Бында халыҡ диспансеризация, вакцинация үтә. Фап-та 93 йәшлек пациенттан алып урта быуын вәкилдәренә ,17 йәшкә тиклем 190 балаға беренсел медицина ярҙамы күрһәтелә.

Мәсетле ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 800 кешегә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Өс каналлы кардиограф ярҙамында йөрәк торошо тикшерелә. Ә был аппарат ярҙамында күҙ алмаһы баҫымын белергә мөмкин. Фельдшер Гөлнара Ғәлимова йөрәк-ҡан тамырҙары сирен иҫкәртеү, яман шеште алдан асыҡлау өсөн дә ҙур тырышлыҡ һала.

Гүзәл Борханова