М-5 трассаһының Иглин районы участкаһында теркәлгән аварияла ике водителдең ғүмерө өҙөлгән

Бөгөн М-5 «Урал» федераль трассаһының Иглин районы участкаһында теркәлгән аварияла ике водителдең ғүмерө өҙөлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ике йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә транспорт сараларын ут ялмап ала. Фуралар аҙыҡ-түлек, матрастар һәм мебель тейәгән булған. Фажиғә урынында хеҙмәткәрҙәрҙең эшен координациялау маҡсатында Иглин районына республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов килә.

Авариянан һуң юлдың был участкаһында транспорт хәрәкәте ябыла. Водителдәргә Майский - Оло Теләк-Урман - Ауструм ауылдары аша урау юлдан йөрөргә кәңәш ителә. Әле М-5 «Урал» трассаһы участкаһында транспорт хәрәкәте тергеҙелгән.