Акцияла яҡындары махсус хәрби операцияла булған гүзәл заттар, уларҙың балалары ҡатнаша. Фотостудияла эш барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Улын күҙ алдына баҫтырыу менән күңеле тула. Иглин районы Алаторка ауылынан килгән ханымдың ғәзизе йыл ярым ут эсендә. Әйткәндәй, ҡоҙағыйының да улы махсус хәрби операцияла. Бер уй, көтөү һәм һағыш берләштерә уларҙы. Фотопроектҡа ла бергә килгәндәр.
«Герой ҡатыны» фотопроекты 2022 йылдан тормошҡа ашырыла. Һамар ҡалаһында барлыҡҡа килгән башланғыс бөгөн Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгендә тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдат ҡатындары хәрби кейемдә фото төшөп ирҙәренә хат яҙа. Проект һөҙөмтәләре - видеоматериалдар, фотолар менән социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин. Республикала берләшмә эшмәкәрлеген офицер ҡатыны Эльвира Мацкевич көйләй.
Акция республиканың 30 муниципалитетында уҙған. Уға хәрбиҙәрҙең ҡатындары, һалдат әсәһе, яугирҙарҙың тол ҡатындары, һеңлеләре - бөтәһе 1500 ашыу ғаилә ҡушылған.
Ойошма өсөн Өфөлә йәмәғәт башланғысында эшләргә фотостудия бүленгән. Тиҙҙән баш ҡалала фотопроекттың күргәҙмәһе асыласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева