Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында буҙаға дан йырлаған байрам үтте

«Айыҡ ауыл» республика конкурсына ярашлы Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында буҙаға дан йырлаған байрам үтте. Сарала урындағы ағинәйҙәр ҡатнашты. Был турала ентекләберәк киләһе яҙмала.

Сарала ҡатнашыусыларҙы милли аш-һыуҙар күргәҙмһе ҡаршы алды. “Буҙафест” байрамында һәр кем тәмле лә, шифалы ла, файҙалы ла эсемлекте тәмләп ҡараны. Оҫта хужабикәләр ҡунаҡтарҙы үҙ рецептары буйынса милли ризығыбыҙҙы әҙерләү серҙәренә өйрәтте.

Район ағинәйҙәре һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында популярлыҡ алған станокта шәл һуғыу шөғөлөн ҡараны. Оҫтабикәләрҙең милли колоритлы биҙәүестәре, кейемдәр күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

Ғөрөф ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Буҙафест” ағинәйҙәр тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Байрам сараһы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Альбина Байегетова