Өфөнән ҡул эштәре оҫтаһы коллекционерҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан блайз уйынсыҡтар етештерә

Һәр ҡурсаҡ - ысын сәнғәт өлгөһө. Өфөнән ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл Исмәғилева коллекционерҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан блайз уйынсыҡтар етештерә. Ҙур башлы, күҙҙәренең төҫөн алмаштырып булған ҡурсаҡтарҙы эшләү процессын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡурсаҡтың бите ялтырарға тейеш түгел, шуға күрә махсус ҡорамалдар, фрезерлау аппараты ярҙамында пластик материал шымартыла, тигеҙләнә, аныҡ контурҙар барлыҡҡа килә. Ирен һәм танау формаһы үҙгәртелә. Артабан уйынсыҡ эшләүҙә иң ҡатмарлыһы - макияж яһау. Гүзәл Исмәғилева сит илдәрҙә айырыуса популярлыҡ алған блайз ҡурсаҡтарының автор вариантын эшләй.

Блайз - уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында уҡ уйлап сығарылған, айырыуса Японияла киң таралған уйынсыҡ. Айырым деталдәрҙән тора, уларҙы йыйыу мәшәҡәтле, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы процесс. Гүзәл Исмәғилева бер ҡурсаҡ өҫтөндә өс-дүрт көн эшләүен билдәләй. Ярҙамсыһы ла бар. Алты йәшлек ҡыҙы уйынсыҡтың биҙәлешендә, керпек, сәстәрен ҡуйыу, күҙҙәренең төҫөн һайлауҙа ҡатнаша.

Автор башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡ эшләп, бейеү сәнғәтенә һөйөүен күрһәттте.

Гүзәл Исмәғилева бер йыл эсендә генә йөҙҙән ашыу ҡурсаҡ эшләгән. Төрлө йәрминкә-күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаған. Былтыр сентябрҙә «Әйҙә уйнарға» фестивалендә лә ижади эштәре менән балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә хайран ҡалдырған. Автор билдәләүенсә, ҡурсаҡтар тотош Рәсәй буйлап тарала. Ҙур башлы, асыҡ күҙле һирәк осрай торған уйынсыҡтар менән айырыуса коллекционерҙар ҡыҙыҡһына.

Гүзәл Исмәғилева балаларға ҡурсаҡ яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып та, бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Күлдәк, костюм булһынмы - ҡурсаҡтарға кейемдәрҙе, сумка, уйынсыҡтарҙы автор үҙе тегә. Тотош шкаф тулы дизайнер әйберҙәр булыуы - эшкә һөйөү билдәһе

Гөлназ Хәйбуллина