Башҡортостан өсөн ике мөһим меморандум төҙөлдө

Документтарға Мәскәүҙә Республиканың сауҙа көндәре барышында ҡул ҡуйылды. Тәүгеһенә ярашлы, Башҡортостан һәм Евразия иҡтисади берлеге илдәре араһында даими эшлекле бәйләнештәр булдырыла, иҡтисади һәм инвестицион хеҙмәттәшлек үҫешә. - Берҙәм предприятиелар булдырыуға булышлыҡ итеү тураһында  килештек, - тип белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Тағы бер меморандум Башпотребсоюз һәм Ирандың кооперативтар палатаһы  араһында  төҙөлдө. Документ сауҙаны йәнләндереүгә йүнәлтелгән.