Бөгөн Өфөлә Айрат Ҡобағошовты иҫкә алалар

Өфөлә танылған композитор һәм педагог Айрат Ҡобағошовҡа арналған хәтер кисәһе үтә. Унда ижадсының дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары һәм яҡташтары ҡатнаша. “Ул әҫәрҙәре менән халыҡ һөйөүен яулаған ижадсы булды. Уҡытыусы, остаз, патриот”, - ти Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Айрат Ҡобағошов ябай, эскерһеҙ булды. Ундайҙар тураһында яҡты күңелле кеше тиҙәр. Коллегалары һәм студенттары уны ихтирам итте, яратты”, - ти сәнғәт белгесе Гөлназ Галина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Айрат Ҡобағошовҡа арналған кисә бөгөн Өфө сәнғәт училищеһында ойошторола, киске сәғәт биштә башлана.