Башҡортостанда юлдар ремонтлана

Быйыл төбәк һәм район-ара әһәмиәттәге 14 урында эштәр ҡаралған. 38 километр юл тәртипкә  килтерелә, тип хәбәр итәләр Республика юл хужалығы идаралығынан. Благовещен-Павловка, Өфө-Шишмә, Дим-Затон, Өфө-Охлебенин, Дмитриевка-Кушнаренко араларында ремонт була. Эштәр апрель-май айҙарында башлана. Ремонт "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса эшләнә.