Быйыл Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республика конкурсының приз фонды арттырылған. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә шулай уҡ Сәнәғәт фондының эш һөҙөмтәләре, туризм үҫеше, «Управдом» форумын ойоштороу талаптары тураһында һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Һуңғы йылдарҙағы рәсми сараларҙың, парламент ултырыштарының, оператив кәңәшмәләрҙең бер үҙенсәлеге- башҡорт телендәге докладтар. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова башҡорт телендә сығыш яһаны. Һәр муниципаль берәмеккә ҡағылған яңылыҡ менән. Быйылдан «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фонды арттырыла. Республика этабына бөтәһе 52 ауыл сыҡҡан, төркөмдәр халыҡ һанына ҡарап бүленгән. Әйткәндәй, быйылдан тауыш биреү ҙә асыҡ рәүештә бара.
Оператив кәңәшмәнең тағы ла бер йолаһы-республика төбәктәрендә сафҡа индерелгән объекттарға онлайн рәүештә старт биреү. Бөгөн Стәрлетамаҡ районында яңы ял базаһы асылды. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан 2023 йылда туризм өлкәһендәге инвестиция проекттарын субсидиялау буйынса еңеүселәр исемлегенә инде. Был үҙ сиратында 25 муниципаль берәмектә 58 проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә. Федераль ҡаҙнанан ошо маҡсатта 930 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән.
Быйыл сәнәғәттең етештереү индексы 106 проценттан артҡан. Был тәңгәлдә сәнәғәт үҫеше фондының ярҙамын да билдәләү мөһим. Ойошма предприятиеларға ташламалы займдар алырға булышлыҡ итә һәм төбәк иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Проекттарҙы кредитлау йылына 5 процентҡа тиклем ставка менән бирелә, 1 миллион һумдан 200-гә тиклем дәғүә итергә мөмкин. Республика башлығы фондҡа эшмәкәрлекте дауам итергә ҡушты. Ә бына торлаҡ-коммуналь жхужалыҡ буйынса һорауҙар күп. Был проблемалар «Управдом» форумында тикшерелергә тейеш була. Әммә был бурысҡа илке-һалҡы ҡараған муниципаль берәмек етәкселәре лә бар.
Радий Хәбиров «Управдом» форумында ҡала-район хакимиәте башлыҡтарына шәхсән үҙҙәренә ҡатнашырға, халыҡтың һорауҙарын ентекле тикшерергә ҡушты.
Рәмзиә Кәримова