Баш ҡаланың Глумилин биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә

Объект Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан һалынған мәғариф комплекстарының береһе булып тора. Тағы ла яңы мәктәптәр Дим районында һәм Затонда барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Эшселәр кирбес менән бинаның тәүге ҡатын һала башлаған. Бригадалар стеналарҙың нигеҙ һәм ҡаплау плиталарын монтажлай. Төҙөлөш майҙанында алтмышлап кеше эшләй.

Плитәларҙың тигеҙ һалыныуын тикшерәм. Балалар өсөн бит, был эштә һәр нәмә теүәл булырға тейеш.

Михаил Газарьянц, прораб

Яңы мәктәп Рудольф Нуриев, Энтузиастар урамдары, Дәүләткилдеев бульвары һәм Салауат Юлаев проспекты менән сикләнгән кварталда урынлаша. Ер участкаһының майҙаны 3,2 гектар тәшкил итә. Әйтергә кәрәк, майҙан тау битләүенә тура килгәнлектән, архитекторҙарға байтак эш башҡарырға тура килгән.

Участканың бер яғы менән икенсеһе араһында 12 метрлыҡ айырма бар. Ландшафт дизайны ярҙамында ул ыңғай хәл ителде.

Михаил Ивасив, төҙөлөш етәксеһе

Төҙөлөш «Прошкола» компанияһы менән концессия килешеүе сиктәрендә алып барыла.

Мәктәп хәүефһеҙлек буйынса яңы система буйнса эшләйәсәк. Кеше йөҙөн таныусы ҡорамалдар ҡуйыла. Балаларға уҡыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Ғәҙәти класс бүлмәләренән тыш робототоехника, 3Д моделләү кеүек уҡытыу кластары була.

Анастасия Акшенцева, төҙөлөш проекты етәксеһе

Һуңғы йылдарҙа был биҫтәлә үҫеп сыҡҡан күп ҡатлы йорттарҙа, мәғлүмәт буйынса ун өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Юл аша ғына көрәш үҙәге төҙөлә. Белем усағын быйыл йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Төҙөлөштө ваҡытында тамамлау өсөн өҫтәмә эшселәр һәм техника менән көсәйтеү ҡарала.

Рәмилә Исмәғилева