МХО-ға ҡушылған район хакимиәте башлығы пилотһыҙ осоу аппараттары отрядында хеҙмәт итә

Етәксе костюмын бронежилетҡа, ә йылы кабинетты окоп һәм блиндаждарға алмаштырҙы. Былтыр үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға ҡушылған район хакимиәте башлығы пилотһыҙ осоу аппараттары отрядында хеҙмәт итә. Әле подразделение фронттың иң ҡыҙыу урындарында тора. Алғы һыҙыҡта БЮТ хәбәрселәре лә булды.

Оҫта эш итеүсе яугирҙы район башлығы тимәҫһең дә. Башҡа һалдаттар менән бер рәттән ул бәрелеш һыҙығынан алыҫ түгел генә хәрби задание үтәй. Пилотһыҙ осоу аппаратын ҡороуға бер нисә минут ҡына ваҡыт бирелә. Юғиһә ҡаршы яҡтан асыҡлауҙары һәм ут асыуҙары ихтимал.

Пилотһыҙ осоусы аппарат бер нисә секундта ғына тиҙлек йыйып офоҡҡа инеп юғала. Операторҙар мониторҙан күҙәтеү алып бара. Украина көстәренең позициялары, хәрби техника урынлашыуы асыҡланып координаталары билдәләнә. Һуңынан мәғлүмәт артиллеристарға тапшырыла.

Пилотһыҙ осоу аппараты һауала бер нисә сәғәт оса. Техниктар уның әйләнеп ҡайтыуын хәүефһеҙ урында көтә. Ул арала «Самурай» ҡушаматлы яугир менән аралашыу мөмкинлеге сыға.

«Самурай» ҡушаматын яуҙаштары батыр йөрәкле булыуы, экстремаль шарттарҙа тыныс була алыуы өсөн биргән. Расчет хәрби заданиеларға хатта төнөн дә сыға. Осоштан һуң аппараттың батареялары алмаштырылып йәнә разведкаға ебәрелә.

Айнур Кәбиров