Бөгөн беҙҙең телерадиокомпанияла “Диктор тауышы” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтә. Ижади ярыш Башҡортостандыңхалыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. Быйыл баһалама комиссияһына 80-дән ашыу эш ҡабул ителгән. Учалы, Белорет, Йылайыр, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Әбйәлил, Мәләүез, Ғафури райондары уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Дәрүиш ауылынан килгән Данил Абдрахманов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБүләкләү тантанаһынан һуң "Тамыр" телеканалында оҫталыҡ дәрестәре, билдәле алып барыусылар менән осрашыу, телерадиотапшырыуҙарҙа ҡатнашыу, телеүҙәккә экскурсия ҡаралған. Әхәт Мортазин 1986 йылдан 2018 йылға тиклем “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында хеҙмәт итте. Диктор, журналист, режиссер, актер булараҡ танылыу алды. Күп сараларҙа Башҡортостан Республикаһының рәсми тауышы булды. Радио һәм телевидение өсөн бихисап кадрҙар әҙерләне. Республиканың "алтын фондын" әҙәби әҫәрҙәр, тамашалар менән байытты. Уның эшен бөгөн уҡыусылары дауам итә.