Республика мал табиптары Өфөгә йыйылды

Бөгөн баш ҡалала дәүләт ветеринария хеҙмәтенең былтырғы эш һөҙөмтәләре барлана – коллегия ултырышы үтә. Ауыл хужалығы, бигерәк тә малсылыҡ үҫеше төбәктәге ветеринар-санитар именлеккә бәйле. Ветеринарҙар малдарҙың һаулығын һаҡлай, продукцияның сифатын контролдә тота. Бөгөн ветеринария тармағында 2 мең ярым хеҙмәткәр эшләй. “Төп маҡсат йорт хайуандары араһында йоғошло ауырыуҙарҙы таратмау”, - ти республика Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл республикала Ветеринария хеҙмәте ойошторолоуға 137 йыл тула.