Халыҡ 2 000 000 һумға алданған

Башҡортостанда уҙған тәүлектә мутлашыу осраҡтарына бәйле туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған, енәйәтселәр  халыҡты 2 миллионға һумға алдаған. Стәрлетамаҡ  ҡалаһында  полицияға аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул спорт ставкаларында байырға уйлап 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.  “Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәремен тип шылтыратһалар, трубканы һалығыҙ. Шуны онотмағыҙ: мутлашыусылар ялған номерҙар ҡулланыуы мөмкин. Социаль селтәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәр алһағыҙ, уларҙың шәхси номерына шылтыратып белешегеҙ. Бындай  һылтанмаларҙы асмағыҙ, тикшерелмәгән сайттарға инмәгеҙ”, — тип иҫкәртәләр  Республика буйынса  Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.