Республика Башлығы Радий Хәбиров экология буйынса мөһим законға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Экология  кодексына төҙәтмәләр индерелә. - Закон экологияға зыянды бөтөрөү буйынса эште ойоштороуҙы көйләй. Хәүефле объекттар тикшерелә, зыян күләме баһалана. Федераль үҙәк, республика һәм муниципалитеттар берҙәм эш алып бара, тип белдерҙе Республика парламенты рәйесе  Константин Толкачев.