Быйыл "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы буйынса 20 мең кеше сәйәхәт итә ала

1 мең ярым өлкән йәштәге турист Беларусь республикаһына бара. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербург йүнәлештәре буйынса сәйәхәт ойошторола, тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Уҙған йылда "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы өсөн 73 миллион һум тотонолдо.